Муниципальное бюджетное учреждение культуры
Межпоселенческая библиотечная система муниципального района
Татышлинский район Республики Башкортостан
сельская модельная библиотека
с. Аксаитово
logo
Башҡортостан Республикаһы
Тәтешле муниципаль районының
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Биләмә-ара китапханалар системаһы
Аҡсәйет ауылы моделле китапханаһы

“Серҙәш”тәрҙең сере уртаҡ

Татыулыҡ янында батырлыҡ бар.

Тәтешле яҡтары һоҡланғыс тәбиғәте, матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләре, гүзәллекте нескә тоя белеүсе йырсы һәм шағирҙары менән иҫтә ҡала. Район биләмәһенә ингән ерҙә ҡаршы алған тауҙар теҙмәһен халыҡта Ҡалатауҙар тип йөрөтәләр. Күккә үрелеп үҫкән төп-төҙ шыршылары, хуш еҫле йүкәлектәре йәйен иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә.

Ә ҡырағай пион сәскәләре Беләш һәм Әрибаш ауылдары эргәһендәге урмандарҙа дәррәү үҫә, май айында ал, һары, ҡыҙыл төҫтәге сәскәләре менән яландарҙы ҡаплап, күҙҙең яуын ала. Әйтеүҙәренсә, был үҫемлек Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән, республиканың ни бары дүрт районында ғына һаҡланып ҡалған.

Ҡунаҡтар йәйге ялға ҡайтһа, үҙҙәре менән мотлаҡ Тәтешленең шифалы йүкә балын алып китергә тырыша. Бындай хозур тәбиғәт ҡосағында насар уйлы, ялҡау кешеләрҙең үҫеүе мөмкин дә түгел.

Беләш ауылына ҡасан нигеҙ һалынғанын, тарихын асыҡлап булманы. Тик уның 1834 һәм 1850 йылдарҙа булмауы асыҡ, сөнки иҫәпкә алынмаған. 1859 йылда унда – 227, 1870 йылда – 239, 1920 йылда 632 башҡорт йәшәгәне билдәле.

Ошо ҙур булмаған ауылдан ете егет, бөгөн Ватан һағына баҫып, яҡташтарының, ғаиләләренең именлеген һаҡлай. Ауыл китапханаһында ойошторолған “Серҙәштәр” клубына йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн уларҙың һәр береһен иҫкә алды, иң яҡшы теләктәрен теләне.

“Бөтә туған-тыумаса, ул һәм кейәүҙәребеҙ – барыһы ла ут эсендә, уларға ҡулдан килгән ярҙамды нисек күрһәтмәйһең?” – ти ауыл ағинәйҙәре. Бөтә ғүмерҙәрен хеҙмәттә үткәргән, мал-тыуар ҡараған, баҡса үҫтергән, балалар тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырған, улдарын алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан хаҡлы ялдағыларҙың ҡул ҡаушырып ултырырға форсаты ла, теләге лә юҡ. Ауылдағы мәктәп базаһында мәҙәниәт, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, әүҙемселәр менән бергә махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу өсөн окоп шәмдәре эшләгәндәр, маскировка селтәрҙәре үргәндәр. Күп күләмдә парафин һатып алыу өсөн ауылдаштар һәм ситтә йәшәгән яҡташтары матди ярҙам күрһәткән.

– Тәүге осорҙа тепловизор һәм квадрокоптер һатып алыуға аҡса йыйҙыҡ, посылкалар әҙерләнек, өс селтәр ебәрҙек, – ти китапханасы Зинира Зыятдинова. – Беләштә тыуып үҫеп, әле сит тарафтарҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа ярҙам итә.

Алдығыҙҙа ултырған Сания ханым Ғарифуллинаның улы Динар – шуға асыҡ миҫал. Ҡазанда эшҡыуар булып эшләгән егет икмәкхана тота, төҙөлөш менән шөғөлләнә. Дин юлына баҫҡан, намыҫлы, булдыҡлы егет. Пермь өлкәһенең Көйәҙе ҡасабаһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән яҡташыбыҙ Рөстәм Рәхимов менән һабантуй һәм ауыл байрамына йөҙәр мең һум аҡса биреп, ауылдаштарҙың ялын күңелле итеп ойоштороуға ҙур өлөш индерҙе.

Ул ғына ла түгел, тыуған ауылдарын төҙөкләндереү, йылғаларға йәшәү биргән, тыуған ерҙең тылсымы булған шишмәләрҙе таҙартыу эшен дә улар үҙ өҫтөнә алған. Был яҡтарҙа унлап шишмә бар. Изге шишмә, Шифалы һыу инештәре ауылдаштарҙың берлектәге хәстәрлеге менән сылтыр-сылтыр аға, йәйге селләләрҙә юлсыларҙың һыуһынын ҡандыра. Рәдинә менән Тимербулат Хәсәновтарҙың улы Ленар ситтә эшләһә лә, Изге шишмәнең кәртәһен яңыртырға, тирә-яғын күркәмләргә ваҡытын да, аҡсаһын да тапҡан.

“Серҙәштәр” клубы ағзаһы шиғриәткә ғашиҡ, үҙе лә шиғырҙар ижад итеүсе Әҙибә Йосопова яңы ғына донъя күргән “Күңелем – аҡ елкән” китабы сығыуын белдерҙе. Күп кенә шиғырҙары тап тыуған яғына, ошо яҡты йәмләп йәшәүсе яҡташтарына арналған.

“Теҙелеп үҫә зифа ҡайындары,

Һығылып тора балан, миләше.

Хозур урман ҡосағында ята

Тыуған ауылым – минең Беләшем!” –

тип һоҡлана Әҙибә ханым үҙе йәшәгән матур тәбиғәте менән. Ул ошо гүзәллекте һаҡлауға лайыҡлы өлөш индергән, шишмәләрҙе төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән ағаһы һәм ҡустыһына рәхмәт белдерҙе. “Һыу юлын заманында ҡартатайым тапҡан. Аҙаҡ улы уны ҡаҙып, ҙурайтып алды, беседка эшләнеләр. “Зариф бабай шишмәһе” тип йөрөтәләр халыҡта. Яҡында быуа бар. Беҙгә килеп еткән хәбәрҙәр буйынса, 1921 йылғы аслыҡ осоронда Зариф бабай быуаға балыҡ ебәргән, күптәрҙе шул рәүешле аслыҡтан, үлемдән йолоп алып ҡалған”, – тип хөрмәт менән иҫкә ала ата-бабаларын Әҙибә Йосопова.

Беләш ҡатын-ҡыҙҙары әле йәшел төҫтәге селтәрҙәр үрә. Яугирҙәргә, теләктәрен теләп, өс мөйөшлө хаттар ебәргәндәр. Яу яланынан ҡайтҡан һәр һалдатты тотош ауыл менән ҡаршы алып оҙаталар. “Борхан” позывнойлы егет үҙ машинаһында китергә булғас, тепловизор, посылкалар, мунса ташына тиклем һалып, имен-аман ҡайтыуын теләп оҙатҡан халыҡ.

Зөһрә Бүләкова, Фәнүрә Мәхийәнова, Беләш килене Гөлсөм Ваһапова ла ауылдаштарҙың берҙәмлеге, ярҙамсыллығы менән ғорурлана. Тәҡиә Яхинаның кейәүе махсус хәрби операция биләмәһендә күптән инде хеҙмәт итә, ә Сания Бүләкованың бер улы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Ватан һағына баҫҡан. Кейәү һәм ул бер тапҡыр ҡыҫҡа ялға ҡайтып киткәс, әсәләр бер ни тиклем тынысланған, хәҙер улар яугирҙәргә ярҙам итеү теләге менән яна.

“Серҙәш”тәрҙең бөтә сере, булмыштары, борсолоуҙары, теләктәре һис ҡасан да булмағанса уртаҡ бөгөн. Татыулыҡ янында батырлыҡ бар. Ошо мәшәҡәттәрҙең уртаһында ҡайнаған китапханасы Зинира Зыятдинованың ойоштороу оҫталығы, халыҡты туплай белеү маһирлығы өсөн ауылдаштары уға ысын күңелдән рәхмәт белдерә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында “Телеграм”да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

“Башҡортостан” гәзите / Газета “Башкортостан”